Республиканың төньяҡ филиалы хирургтар ассоциацияһы Туймазы, Октябрьский, Шаран, Бүздәк һәм Саҡмағош райондары табиптарын берләштерә. Конференцияла Башҡортостандың абруйлы скальпель оҫталары яңы эш алымдарын өйрәтте, тәжрибә уртаҡлашты.
Районда әлеге ваҡытта алты хирург эшләй. Эш күләме ҙур, шуға ла яҡын киләсәктә районға хирург һөнәрен һайлаған табиптарҙы эшкә ҡайтарыу мәсьәләһе лә көнүҙәк.
Шаран районы дауаханаһында инфекция ауырыуҙары бүлеге асылған, матди-техник база ла яҡшыртылған. Яңы рентген аппараты, операция өҫтәле ҡайтартылған, автопарк яңыртылған. Ғүмер оҙонлоғо буйынса һөҙөмтәләр ҡыҙыл зонанан сыҡҡан. Халыҡ та һаулығын үҙ төбәгендә яҡшыртыуҙы хуплай.




