Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ғаилә йылына арналған социаль проект иғлан итте. "Әсәйҙәр өсөн күнекмәләр" тип аталған акцияла билдәле шәхестәр ҡатнаша. Улар араһында театрҙың билдәле актерҙары, һигеҙ тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Оксана Савченко ла бар. Проектҡа ярашлы, физик күнекмәләр театр алдында һәр кесаҙна һайын ойошторолор тип көтөлә.
Был тамашаны ситтән күҙәткәндә, театр яңы сәхнә әҫәре әҙерләй тип уйларға мөмкин. Дәртле музыка, актерҙар сығышы. Әммә был осраҡта тамашасылар алҡышлап ҡына ултырмай, үҙҙәре үк улар менән ҡуша уйынға төшә.
Театр бөгөн "Әсәйҙәр өсөн күнекмәләр" тип аталған социаль проектты башланы. Сәләмәтлек акцияһына теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Физик күнекмәләрҙе эшләтеү өсөн инструктор саҡыртылған.
"Хәрәкәттә - бәрәкәт" тип проекттан һигеҙ тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Оксана Савченко, театр актерҙары ла ситтә ҡалмаған.
Социаль проект һәр кесаҙна театр алдында уҙғарылыр, тип көтөлә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, республикала барған ғаилә йылында “Әсәйҙәр өсөн күнекмәләр” акцияһы гүзәл заттарға ваҡ-мәшәҡәттәрҙән арынырға, яңы дуҫтар табырға, үҙ-ара аралашырға ярҙам итә.
Фойела проектта ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар әҙерләнгәйне, унда күнекмә эшләүселәр үҙ һәләттәрен күрһәтеп төрлө бүләктәр ала алды. Шулай уҡ театрҙа был кистә ташлама менән билет һатып алыу мөмкинлеге лә бар.
Әсәйҙәр өсөн күнекмәләр ай аҙағына тиклем дауам итә. Проектты ойоштороусылар гүзәл заттарҙы кәйефте күтәреп, иң мөһиме ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн саҡырып ҡала.




