Рөстәм Хәмитов сираттағы кәңәшмәлә хөкүмәт ағзаларына пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә хәл итергә ҡушты. Төбәк етәксеһе ташламалы дарыуҙар өсөн яуап биреүсе етәкселәрҙең эшенән ҡәнәғәт түгеллеген белдерҙе. Меңдән ашыу кешенең бер нисә ай буйы препараттар ала алмауы башҡа һыймаҫлыҡ хәл, тине ул.
Кәңәшмәлә балалар үлеме проблемаһы ла күтәрелде. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рита Вәлиева әйтеүенсә, был күрһәткес быйыл күпкә яҡшырған. Рөстәм Хәмитов дауалау учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм төпкөлдәрҙә һөҙөмтәләштереү эшен уйлап башҡарыу бурысын ҡуйҙы.




