Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәйге осорҙа эшләйәсәк махсус һыу инеү урындарын билдәләне. Башҡортостанда барлығы 75 һыу инеү урыны булдырыла. Балалар өсөн һауыҡтырыу учреждениеларында 19 ял итеү урындары эшләйәсәк.
Шулай уҡ, тыйылған ерҙәрҙә ял итеү урындарын асыҡлау эше дауам итә. Ундай урындарҙы ябасаҡтар йәки махсус ял итеү урынына әйләндерәсәктәр. Һыу буйында бәхетһеҙ осраҡтарҙы кисектереү маҡсатында дежур ҡотҡарыусылар эшләйәсәк.




