Өфө һалдатҡа саҡырыусылар һаны буйынса беренсе урынды алды

Башҡортостанда Өфө һалдатҡа алыныусылар иҫәбе буйынса тәүгеләр рәтендә. Бар республиканан әрме сафына 4925 егет алына. Өфөнән 931 кеше саҡырыла.

224 егет уҡыу йорттарынан ҡыуылған. Был йәш егеттәрҙе лә тыуған илде һаҡларға оҙатасаҡтар. Өфө хакимиәтенән билдәләүҙәренсә, һалдатҡа алыныусыларҙың иң юғары һаны башҡаланан.

Статистикаға күҙ һалғанда, Өфө тәүгеләр рәтендә, икенсе урында –Екатеринбург. Өсөнсө урында- Һамар, унан 691 егет әрме сафына алына.

Фото: Интернет.