Өфөлә «Ҡояшлы» һыу инеү урыны йәйге миҙгелгә тулыһынса әҙер. Ял итеү урынында тейешле саралар башҡарылды, тип хәбәр итә Өфө ҡала хакимиәте.
Эҙләү-ҡотҡарыу отряды белгестәре һыу төбөн таҙарталар Һыу һәм тупраҡтың сифаты лабораторияла тикшерелә. Шулай уҡ, ял итеү урынын талпандарға ҡаршы эшкәртеп сығалар. Бәҙрәф, йыуыныу, кейенеп-сисенеү бүлмәләре булдырыла.
Ҡотҡарыусылар иртәнге сәғәт ундан дежурға сыға. Барлығы алты ҡотҡарыусы эшләйәсәк. Һыу инеү урыны ҡотҡарыу ҡоролмалары менән йыһазландырылған.
Фотография: Интернет




