9 июндә ҡала үҙәгендә бер нисә урамда хәрәкәт итеү сикләнәсәк. Был Халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтеүенә бәйле. Бер нисә участкала транспорт хәрәкәте тыйыла.
9 июндә 14:00 - 18:00 сәғәттәрҙә ваҡытлыса хәрәкәт итеү сикләнә. Был ваҡытта сәнғәт фестивале уҙасаҡ. Автоһәүәҫкәрҙәргә үҙ маршруттарын алдан хәстәрләү кәңәш ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль 8 июндән 12 июнгә тиклем үтәсәк. Барыһында сараға саҡырабыҙ! Киләһе урамдарҙа хәрәкәт итеү сикләнәсәк:
Совет урамы –Октябрь революцияһы ур.менән З.Вәлиди ур. Киҫелешенә тиклем; Театр ур. –Пушкин ур. Менән З.Вәлиди ур. Киҫелешенә тиклем; Пушкин ур. – Цюрупа ур. Менән К.Маркс ур. Киҫелешенә тиклем; Зәки Вәлиди ур.– Совет ур. Менән М.Ғафури ур. Киҫелешенә тиклем.




