Стәрлетамаҡ районында скутерҙа китеп барған балиғ булмаған егет, алдан тапалған ҡолонға менеп китә. Скутер руле артында 15 йәшлек үҫмер була.
Хәбәр итеүҙәренсә, төндә үҫмер юлда ятҡан ҡолондоң өҫтөнә скутер менән менеп китә. Бер сәғәт алдан ҡолондо «Лада Калина» автомобиле бәрҙергән була. Водитель Юл патруле хеҙмәтен көткән.
Һөҙөмтәлә, етенсе класта уҡыусы үҫмер тән йәрәхәттәре ала. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Республикала тәүлек эсендә был туғыҙынсы юл-транспорт хәрәкәте ваҡиғаһы. Унда барлығы ун кеше йәрәхәтләнгән.




