Башҡортостанда иҫерек ир бергә йәшәгән ҡатынды туҡмап үлтерә

Белоретта 45 йәшлек ир ҡулға алына. Ул бергә йәшәгән ҡатынын туҡмап үлтереүҙә ғәйепләнә. Был хаҡта төбәктең Тәфтиш комитеты хәбәр итә.

Фото №1 - Башҡортостанда иҫерек ир бергә йәшәгән ҡатынды туҡмап үлтерә

Ваҡиға 26 май Белорецк ҡалаһында теркәлә. 45 йәшлек ир бергә йәшәгән 34 йәшлек ҡатынды туҡмай. Зыян күреүсе дауаханаға килтерелә. Әммә ҡатынды ҡотҡара алмайҙар.

Ир ҡулға алынған. Ул үҙ ғәйебен таный. Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ