Башҡортостанда июндәге байрам көндәрендә пенсияның нисек таратыуҙары хаҡында һөйләнеләр

1 июндән июнь айы өсөн пенсияларҙы һәм социаль түләүҙәрҙе таратыу башланды. Алдағы байрам көндәре сәбәпле, түләүҙәр ваҡыты бер аҙ үҙгәрәрсәк. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итә.

Шулай итеп, 9 һәм 11 июндә ғәҙәттә 12 көнө ала торғандарға түләрҙәр таратыласаҡ. 13 һәм 14 июндә 15 көнө алғандар аласаҡ. Һәр квитанцияла май айы өсөн алынған пенсияның алынған ваҡыты билдәләнгән. 18 июндән түләүҙәр графикка ярашлы таратыласаҡ.

Айҙың 12-се көнөндәкредит ойошмалары аша түләүҙәр ала торғандарға пенсия 9 июндә күсәсәк. Ҡалғандарға, килешеү ваҡыты буйынса. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика халҡын оҙайлы ял көндәре көтә.

Фото: Интернет