Әгәр ҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу хаҡындағы штраф һуңлап килһә, уны ташламалы хаҡ менән түләп буласаҡ. Тейешле закон проектын депутаттар Дәүләт Думаһына тапшырҙы.
Был ҡарарға Премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Әле штрафты илле процентлыҡ ташлама менән егерме көн эсендә түләп була. Күп осраҡта штраф тураһындағы мәғлүмәтте рәсәйлеләр һуңлап ала. Шулай итеп, граждандар ташламалы хаҡ менән ҡуллана алмай ҡала.




