Стәрлебаш районында бурысҡа аҡса биргән ойошма эшмәкәрлеге туҡтатылды. Прокуратура тарафынан микрофинанс ойошмала тикшереү эше үтә. Ойошма үҙ эшмәкәрлеген законһыҙ рәүештә башҡара.
Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың февральайында ойошманы микрофинанс ойошмалары реестрынан сисәләр. Тик фирма үҙ эшмәкәрлеген дауам итә. Граждандарға займ бирә.
Осраҡ буйынса административ эш ҡуҙғатыла. Һөҙөмтәлә, егерме мең һум күләмендә штраф һалына. Фирма үҙ эшмәкәрлеген туҡтата.
Фото: Интернет




