«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә эштәр дауам итә. Белгестәр тарафынан иҫке асфальт ҡатламын фрезалау эштәре башҡарыласаҡ.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр юлдарҙағы кәлийәләрҙе лә ремонтлаясаҡ. Проект сиктәрендә Октябрь районында ун дүрт участкала юл селтәре төҙөкләндереләсәк.
Әлеге ваҡытта Чудской, К. Абрамова урамдарында, Өфө шоссеһында ремонт эштәре бара.




