Өфөлә ҡулға алыныусыға ҡул күтәреүҙә ғәйепләнеүсе полиция хеҙмәткәрен хөкөм иттеләр

Калинин районы суды элекке полиция хеҙмәткәрҙәренә хөкөм ҡарары сығарҙы. Улар ҡулға алыныусыны туҡмауҙа ғәйепләнәләр.

Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 2016 йылдың ғинуар айында полиция хеҙмәткәрҙәре наркотиктар әйләнеше өлкәһендәге енәйәт өсөн йәш егетте ҡулға ала. Полиция бүлегендә ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған егетте туҡмай. Бер нисә көндән һуң зыян күреүсенең хәле насарая, ул медицина учреждениеһына оҙатыла.

Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен таный. Суд ете йылға иректән мәхрүм итте. Шулай уҡ, улар ике йыл дауамында хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй алмаясаҡ.

Фото: Интернет