Евгений Маврин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Был туралағы Указға Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған. Евгений Маврин 1964 йылда Өфөлә тыуған. 1986 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 2003 йылда Мәскәүҙең Иҡтисад, статистика һәм информатика институтын тамамлай.

2010-2012 йылдарҙа Евгений Маврин министр урынбаҫары, министрҙың 1-се урынбаҫары һәм республиканың иҡтисади үҫеш министры булып эшләй. 2012-2015 йылдарҙа - Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, 2015 йылда Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы була.

2016-2018 йылдарҙа Евгений Маврин «Арт-Өфө» мәҙәни-мәғариф үҙәге" автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы директоры вазифаһын биләй. Шулай уҡ, Евгений Маврин Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы тигән маҡтаулы исем йөрөтә.

Башҡортостан Башлығының икенсе Указы менән Владимир Нагорный Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһынан бушатылды.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.