Был турала Рөстәм Хәмитов баш ҡалала үткән халыҡ-ара экология форумында белдерҙе. Республика Башлығы әйтеүенсә, хәҙерге заманда эзбиз сифатына булған талаптарҙы кәметеү мөмкинлеге биргән технологиялар файҙаланыла. Соданы түбән сортлы сеймалдан да етештерергә мөмкин. Әле республикала тикшереүҙәр үткәрелә һәм тейешле материал тупланып Рәсәй Хөкүмәтенә тәҡдим ителәсәк.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республикала һуңғы технологиялар ҡулланып төҙөлгән заманса, экологик йәһәттән хәүефһеҙ предприятие барлыҡҡа килергә тейеш. Ғөмүмән, был талаптар барлыҡ предприятиеларға ла ҡағыла, йәшел технология көн талабы. Иҡтисади һәм экология мәсьәләләре йыш киҫелешә. Шулай ҙа Һуңғы арала тирә-йүнгә һаҡсыл иҡтисад төҙөү йүнәлеше өҫтөнлөклө. Ил башлығы Владимир Путин 2024 йылға тиклем сәнәғәт үҫешкән ҡалаларҙа һауаға ырғытылған зарарлы матдәләр күләмен 20 процентҡа кәметеү бурысы ҡуйҙы. Өфө айырыуса бысранған ҡалалар исемлегендә юҡ, шулай ҙа экологик хәүефһеҙ технологиялар ҡулланыу, предприятиеларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу мотлаҡ.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, иҡтисад һәм экология араһында һайлау булырға тейеш түгел. Ике тармаҡ та йәшәү өсөн мөһим һәм улар бергә үҫешеүе шарт. Етештереү предприятиелары булмай тороп иҡтисадты яҡшыртыу мөмкин түгел,. Шул уҡ ваҡытта тирә- яҡтың хәүефһеҙлеген дә хәстәрләү зарур. Шуға күрә предприятиеларҙа йәшел технологиялар ҡулланыу эшен йәнләндереү кәрәк, ти белгестәр.




