Өфөлә "Включайся" балалар телевидениеһы фестивале асылды

"Тамыр"балалар телеканалы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Федераль агентлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында үткән ижади форумдың төп партнеры СТС телеканалы. Ҡунаҡтар 27 ҡаланан, 200-ләп кешене берләштерә. Хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова репортажы.

Фото №1 - Өфөлә "Включайся" балалар телевидениеһы фестивале асылды

Фестиваль ҡунаҡтары милли ризыҡтарҙы: сәк-сәк менән бауырһаҡтан ауыҙ итте. Йәш һөнәрмәндәр Башҡортостанда алынған йүкә, ҡарабойҙай, солоҡ балдарын тәмләне. Өфөләге коллегалары менән танышыу барышында төшөрәһе сюжеттарға темалар ҙа тапты

Аҫаба башҡорттар кейемдәре. Уларҙы ҡул эштәренә маһир Альбина Исхаҡова биҙәгән. Ҡунаҡтар башҡорт ҡыҙҙарының үҙҙәре күренгәнсе башта тәңкә-сулпылары сылтырауын үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Сағыу биҙәкле милли кейәмдәрҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙының бар нәзәкәтлеге сағыла.

Ут күршеләребеҙ, Татарстандан "Нур" балалар студияһы алып барыусылары башҡорттарҙың музыка ҡоралдарына ҡыҙыҡты. Улар ҡумыҙҙа уйнап ҡараны, башҡорт ҡурайы хаҡында мәғлүмәт тупланы. Үҫмерҙәр Башҡортостан хаҡында махсус фильм да төшөрөргә уйлай.

Башҡорт теле менән таныштырыусы тирмә лә ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның хужабикәһе "ӘЮЯ ҡаласығы" тапшырыуы алып барыусыһы Гөлназ Ишемғолова. Ул яҡут үҫмерҙәренә башҡорт теленең нескәлектәрен аңлатты. Үҫмерҙәр үҙҙәре лә өндәрҙә оҡшашлыҡтар булғас, башҡортса еңел аралашты.

Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән балалар үҙҙәрен оҫталыҡ дәрестәрендә һынай, яңы дуҫтар таба. Милли телевидение һәм радиотапшырыуҙар ассоциацияһына конкурста ҡатнашыу өсөн 296 ғариза ебәрелгән. Иң яҡшы телекомпания һәм студия исемен яуларға 120 төбәк вәкилдәре дәғүә итәсәк. Ун өсөнсө тапҡыр үткәрелгән балалар телевидениеһы фестивале Өфөнө һәм Башҡортостанды бөтә донъяға танытасаҡ.

Ҡыуаныс хәл, ғорурланырға ла урын бар. Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙҙә “Тамыр” балалар телеканалы бар, фестиваль сиктәрендә уның эше менән дә таныштырасаҡбыҙ.

Борис Мелкоедов, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы

Йәш режиссерҙар, йәнһүрәт оҫталары, операторҙар, хәбәрселәр ете номинацияла баһаланасаҡ. Иң яҡшы эштәрҙе өлкәндәр һәм балаларҙан торған жюри асыҡлаясаҡ.

"Включайся!" балалар телевидениеһы фестивале ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ, мул тәмлекәстәр менән ҡаргыланы. Тирмәләрҙә фестиваль ҡунаҡтары ысын башҡорт кешеһенең булмышы, көнитмеше, рухи мәҙәниәте менән таныша алды. "Включайся" балалар телевидениеһы фестивале 8 июнгә тиклем дауам итәсәк.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ