“Текә” яр

Рөстәм Хәмитов Ағиҙел ярын төҙөкләндереү эшен комплекслы хәл итергә ҡушты. Республика башлығы бөгөн хөкүмәт һәм подрядсы ойошмалар ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе. Төбәк етәксеһе төҙөкләндереү эшен донъяуи тәжрибәне ҡулланып һәм халыҡтың фекерен дә иғтибарға алып башҡарыу бурысы ҡуйҙы. Яңы объект тотош илдә иң күләмлеһе һәм уңайлыһы булырға тейеш, тине ул.

Фото №1 - “Текә” яр

Үткән аҙна аҙағында Республика Башлығына Ағиҙел ярының буласаҡ дизайны күрһәтелде. Унда ҡыҙыныу урындары, балалар өсөн майҙансыҡ, йәйге кафе ойошторолған. Гидротехник ҡоролманың икенсе сираты графиктан ярты йылға иртәрәк сафҡа инде. Әммә был йәйәүлеләр өсөн бөгөндән үк асыҡ була тигәнде аңлатмай. Төҙөүселәр артабан кешеләр өсөн тыуҙырыласаҡ ҡалған уңайлыҡтарҙы аҙағына тиклем еткерергә ниәтләй. Шулай ҙа ҡоролманың төп маҡсаты ҡаланы һыу баҫыуҙан һәм яр емерелеүҙән һаҡлау. Тап ошо үҙенсәлектәр иҫәпкә алынып яр буйы бейек һәм күп кимәлле итеп эшләнгән. Ағиҙел ярын төҙөкләндереү республиканың иң күләмле инфраструктура проекты. Йылға яры тимер юлы күперенән алып Пугачев урамына тиклем төҙөкләндереләсәк.

Потенциал нашей набережной выше. Несколько ярусов, очень живописно все это. Можно это обустроить все это. И для спорта и для отдыха и для молодежи в том числе. и для возведения сооружений. мы говорили и о концертных залах небольших. Мы говорили и о тех местах ,где можно совершить бракосочетания с видом на реку.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов

Әле төҙөлөштөң төп өлөшө башҡарылған. Хәҙер биҙәү, инфраструктураны яҡшыртыу эштәре генә ҡалған. Рөстәм Хәмитов яр буйын ғына түгел, ә мәсьәләгә комплекслы ҡарап баш ҡалаға инеү юлын яҡшыртыу, Салауат Юлаев һәйкәле янынан аҫылмалы күтәргес төҙөү мөмкинлеген дә ҡарарға ҡушты.

Биш саҡрымға тиклем етәсәк объектты төҙөүгә төбәк һәм федераль ҡаҙнанан өс миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Республиканың йөҙ йыллығына арнапған проектты киләһе йылдың көҙөнә тиклем тамамлау күҙаллана.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ