Өфөлә Телеүҙәктән Ағиҙелгә тиклем фуникулер төҙөйәсәктәр

Рөстәм Хәмитов Өфөлә Ағиҙел ярына тиклем канатлы юл йәки фуникулер төҙөргә тәҡдим итте. Был һорау Хөкүмәт йортонда ла тикшерелде. Был ҡоролма әҙ мобилле йәки оло йәштәге кешеләргә уңайлы буласаҡ.

Фото №1 - Өфөлә Телеүҙәктән Ағиҙелгә тиклем фуникулер төҙөйәсәктәр

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы ярындағы эштәр ҡыҙыу бара. Республика Хөкүмәте ҡала хакимиәте менән берлектә Телеүҙәктән яр буйына тиклем канатлы юлдың проектын уйлай.Юлдың оҙонлоғо яҡынса 250 метр,вагондары һәм нығытмалары менән бергә, хаҡы 30-40 миллион һумға барып баҫасаҡ. Тағы ла 5-10 миллион һум тирәһе проект эштәренә китәсәк. Төбәк Башлығы белдереүенсә, был маҡсатта аҡсаларҙы табырға мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов был урында тап фуникулер эшләргә тәҡдим итте. Был, канатлы юлға ҡарағанда, күпкә отошлораҡ. Рельслы вагон ун минут һайын йөрөйәсәк, ә бер вагонға тиҫтәләгән кеше һыя. Бынан тыш, фуникулер ҡоролмаһы, канатлы юлға ҡарағанда, нығыраҡ.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ