Өфөлә бер ғаилә Көръән китабы тип Енәйәт кодексын быуындан быуынға тапшыра килгән

Зинәтуллиндар ғаиләһендә ғәрәп телендәге был китап йөҙ йылға яҡын һаҡлана. Баҫма быуындан быуынға тапшырыла килә. Ғаилә йылдар дауамында изге китапты һаҡлай. Тик бер көн, был китап Көръән түгел, ә Енәйәт кодексы икәне асыҡлана.

Фото №1 - Өфөлә бер ғаилә Көръән китабы тип Енәйәт кодексын быуындан быуынға тапшыра килгән

Баҫманың хужаһы Рәфиә Зинәтуллина белдереүенсә, ул китаптың һуңғы битендә яҙылған яҙыуҙы уҡый. Бынан һуң барыһы ла асыҡлана.

Оло йәштәге ҡатын һөйләүенсә, әсәләре уларға китапҡа тейергә ҡушмай, сөнки уны изге тип уйлайҙар. Оло ҡатын Көръәнде, балалар иламаһын өсөн, яҫтыҡ аҫтына һалырға ҡуша. Был китап ысынлап та сабыйҙарға тәьҫир итә. Ҙурайғас, балалар полицияға эшкә төшәләр. Рәфиә Зинәтуллинаның улы һәм уның бер туған ағаһы ла Эске эштәр органында хеҙмәт итә.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ