Дәүләт ярҙамы

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында республика райондарында ҙур ихтыяж менән файҙаланылған "Йорт комплекты" программаһы 2025 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында белдерелгәйне. Архангел районында йәшәүселәр программала тәүгеләрҙән булып ҡатнашыусылар иҫәбендә. Бөгөн дә төбәктә проект менән файҙаланыусы ғаиләләр күп.

Һарытау өлкәһенән Наталья Хисмәтуллина биш йыл элек ауыл еренә килен булып төшкән. Башта тормош иптәше менән фатирҙы ҡуртымға алып йәшәһәләр, хәҙер үҙҙәренеке. Эшләгән аҡса ла ай һайын кеше кеҫәһенә түләнмәй. Шулай уҡ яңы йортта бәләкәй ҡыҙҙары өсөн уңайлыҡтар бар, хужабикә күршеләре менән көн дә аралашып, башҡорт теленә өйрәнгән.

Йәш ғаиләгә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өй һалып сығыуға "Йорт комплекты" программаһы ярҙамға килә. Хисмәтуллиндар мохтажлыҡҡа сиратҡа баҫып, ер юллап ала. Проектҡа ярашлы, дәүләт йәштәргә ташламалы кредит хәстәрләй. Биш йылға биш процент менән бүленгән кредит уларға төҙөлөш материалдарын һатып алырға мөмкинлек биргән.

Проценты оҡшаны. Бурысҡа 250 мең алдыҡ, ай һайын 5 мең һум түләп барабыҙ. Өс ай түәргә ҡалды.

Эльмир Хисмәтуллин, "Йорт Комплекты" программаһында ҡатнашыусы

2011 йылдан ғәмәлгә ашырылған программа ярҙамында Архангел районында йәшәүсе 78 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ирешкән. Шуларҙың ике тиҫтәнән ашыуы ер участкаларын район үҙәгенән һайлаған.

Айгөл Хөснөтдинова ла 2011 йылда программа буйынса өй төҙөй башлай. Хужабикә әйтеүенсә, дәүләттән бүленгән аҡса

йортто тиҙ арала күтәреп ултыртырға булышлыҡ итә. Әле ғаилә өйгә төкәтмә эшләргә ниәтләй.

Башҡа ауылдарҙа ла 6-7 комплект алыусылар бар, күберәк йәштәр файҙалана. Ошо программа сиктәрендә 2011 йылдан 20 миллион һум үҙләштерҙек.

Динара Хисамова, Архангел районының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе

Хөкүмәт президиумы ултырышында проектты 8 йылға оҙонайтырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Бөгөн республикала ауыл ерендә йәшәгән 34 меңгә яҡын мохтаж ғаилә иҫәпләнә, программа уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерер, тип көтөлә.

(в2)

Башбат

Автор: Фәниә Юланова.

Фото №1 - Дәүләт ярҙамы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ