Социаль хеҙмәткәрҙәр һөнәри байрамын билдәләй

Был өлкә республикала 15 мең тирәһе кешене берләштерә, ә уларҙың хеҙмәте менән 35 мең самаһы кеше файҙалана. Бынан тыш, Башҡортостанда социаль ярҙамды йорт-интернаттарҙа йәшәгән 7 мең тирәһе өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар ала. Социаль өлкәгә йыл һайын 14 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Тантаналы йыйылышта Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, был һөнәр эйәләре яҙмыш һынауына дусар булғандар менән эшләй, уларҙың хеҙмәтенә төбәктәге социаль тотороҡлоҡ бәйле.

Сәғәт таңғы етенсе ярты, ә Владимир Янышевтың аты күптән егелгән, арбаһы тулы аҙыҡ-түлек. Социаль хеҙмәткәр аҙнаһына ике тапҡыр Бикмырҙанан күршеләге Яңы Петров ауылына ололарға ризыҡ ташый. Уның ҡарамағында 20-гә яҡын кеше. Владимир Янышев заказдарға бик яуаплы ҡарай, магазин тауарынан тыш яңы ғына һауылған һөтөн дә, иртән генә айыртылған ҡаймағын да алып бара.

Яңы Петров ауылында күберәк өлкән быуын вәкилдәре йәшәй, уларға үҙәккә йөрөү ҡыйынға төшә, бигерәк тә юл өҙөлгән мәлдә. Шуға улар Владимир Янышевтың килеүен көтөп ала, хатта тоғро юлдашы- аты өсөн күстәнәс тә әҙерләп тора.

Йылы һүҙ, яҡты йөҙ, кешене аңлай, тыңлай белеү. Социаль хеҙмәткәрҙәргә психолог та, табип та, дуҫ та, кәңәшсе лә булырға тура килә. Сөнки өлкән йәштәгеләр, етемдәр, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән эшләү сабырлыҡ та оло йөрәк тә талап итә. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, әле был хеҙмәт 15 мең тирәһе кешене берләштерә, социаль хеҙмәткәрҙәргә йыл һайын ярҙам һорап миллион ярым тирәһе кеше мөрәжәғәт итә.

В наши дни социальная служба республики сохранила лучшие традиции и продолжает активно совершенствоваться. Сегодня действует отлаженный механизм оказания социально-бытовой, психолого-педагогической, реабилитационной помощи пенсионерам, инвалидам, молодёжи, безработным, беженцам. С прошлого года в число её основных направлений также входит координация семейной политики.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов

Тантаналы йыйылышта хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары ла тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Әбйәлилдән психолог Гүзәл Әйүпова ла бар, йылы һүҙ йән аҙығы, ти ул.

16 йыл социаль өлкәлә эшләйем. Психолог булараҡ, ололар һәм балалар менән эш иткәндә иң мөһиме матур итеп һөйләшә белеү, йылы һүҙ табыу, һәр кемдең характерын аңлау мөһим, тип әйтә алам.

Гүзәл Әйүпова, Әбйәлил районының "Ғаилә" үҙәге психологы

Башҡортостандың социаль йүнәлештәге эшмәкәрлеге илдең башҡа төбәктәре өсөн өлгө. Республикала тәүгеләрҙән булып дәүләт-шәхси партнерлығы нигеҙендә пансионат асылды. былтыр ойошторолған "Ғаилә" үҙәктәренең тәүге эш һөҙөмтәләре күренә, был эшкә башҡа ведомстволарҙы ла йәлеп итеү мотлаҡ. Өлкән йәштәгеләрҙе ғаиләгә тәрбигә алыу ысулы уңышлы индерелә, 200-гә яҡын ғаилә үҙҙәренә ололарҙы һыйындырған да инде.

Рөстәм Хәмитов: В прошлом году в республике введён электронный больничный лист. По итогам этой работы Башкортостан вошел в двадцатку регионов страны по числу организаций, имеющих лицензию на выдачу виртуального бланка. Предстоит также перейти к электронным трудовым книжкам, что сведёт к минимуму занятость по «серым схемам».

Башбат

Хеҙмәт мөнсәбәттәрен көйләү ҙә иғтибар үҙәгендә, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса даими эш бара, бынан тыш улар төрлө сараларға йәлеп ителә. Йыйылышта билдәләнеүенсә, һәр кеше хәстәрҙе, иғтибарҙы тойорға, үҙенең дә йәмғиәткә файҙа килтерә алыуын аңларға тейеш.

Социаль хеҙмәткәр Рәсәй өсөн сағыштырмаса яңы һөнәр, ул 90 йылдарҙа ғына барлыҡҡа килә. Әммә бөгөн беҙҙең йәмғиәтте был хеҙмәттән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Социаль хеҙмәткәрҙәр тормош һынауына дусар булған, яҡлауға мохтаж өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла яҡын кешегә әйләнгән. Был һөнәр эйәләрен табиптарға тиңләргә мөмкин, улар күңел яраларын дауалап ауыр хәлдә ҡалған кешеләрҙә йәшәүгә көс, дәрт һәм өмөт уята.

(в2)

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Фото №1 - Социаль хеҙмәткәрҙәр һөнәри байрамын билдәләй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ