Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында балалар өсөн уйын майҙансығы сафҡа инде. Балалар өсөн махсус уйын майҙансығы урындағы халыҡтың күмәк көсө менән файҙаланыуға тапшырылған. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Айырыуса күмәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең шатлығының сиге юҡ. Ниһайәт, ауылда заман талаптарына яуап биргән уйын урыны барлыҡҡа килгән. Оҙайлы йәйге каникулдар мәлендә өлкәндәргә балалары өсөн хафаланырға ла урын ҡалмай, хәҙер. Балаларҙың матур ялы моғайын да ошо күнелле , матур майҙансыктарҙа үтер.
Ауыл хакимиәте һәм урындағы совет депутаттарынын ҡарары менән төҙөлә был майҙансыҡ. Төҙөлгән майҙансыҡта кескәйҙәргә рәхәтләнеп уйнар өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Балаларын майҙансыҡлы итергә теләүсе ата-әсәләр ҙә өмәләрҙә дәррәү ҡатнаша, буяу эштәре, килтерелгән йыһаздарҙы урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәткән. Был төбәктә йәшәүсе балалар буш ваҡытын компьютерға текләп үткәрмәҫ, ә һәр көнөн майҙансыҡта саф һауала уйнап үткәрер, тип ҡыуана ауыл халҡы.




