Бейеүселәр артты

Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы сығарылыш синыфы уҡыусыларын оло ижадҡа сағыу концерт менән оҙатты. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән тамаша бейеү сәнғәтендә махсуслашҡан уҡыу йортон тамамлаусыларҙың диплом эштәренән торҙо.

Фото №1 - Бейеүселәр артты

Классика һәм халыҡ бейеүҙәре бүлектәрендә белем алған йәштәр колледжда үҙләштергән оҫтаплығын сәхнәлә күрһәтте. Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжы сәхнә артистары әҙерләүсе һирәк уҡыу йорттарының береһе. Балет һәм халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусылар тап ошо колледжға ынтыла. Уҡытыусылар әйтеүенсә, махсус белем усағын тамамлаусылар бер ваҡытта ла эшһеҙ ҡалмай.

Өфө хореография мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Рәсәйҙең төрлө сәхнәләрендә бейей. Республиканың опера һәм балет театры, төрлө халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренә кадрҙар тап ошо уҡыу йортонда әҙерләнә.

Беҙҙең уҡыу йортон тамамлаған сығарылыш курс уҡыусылары эшһеҙ ҡалмай. Рәсәйҙә ни бары һигеҙ хореография колледжы булғанлығынан, эш тәьмин ителә. Апрель-март айҙарында распределение үтә. Республикабыҙҙың “Мираҫ” ансамбле, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренә эшкә урынлашалар. Иң яҡшы кадрҙарҙы беҙ үҙебеҙҙең Башҡорт операһы һәм балет театрына әҙерләйбеҙ.

Гөлназ Солтанова, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы директоры урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ