«Яҡты-Күл» һәм «Абҙаҡ» Рәсәйҙең иң яҡшы ун ял итеү урынында

tvil.ru популяр туристик сервисы, июнь байрамдарында халыҡтың күпләп ҡайһы йүнәлештә ял итәсәктәрен билдәләне. Рейтинг, 9 июндән 12 июнгә тиклем, туристарҙың алдан торлаҡ хәстәрләүҙәре һөҙөмтәһендә төҙөлдө.

Фото №1 - «Яҡты-Күл» һәм «Абҙаҡ» Рәсәйҙең иң яҡшы ун ял итеү урынында

Рәсәй көнөндә тәүгеләр рәтендә– Краснодар крайында урынлашҡан Азов диңгеҙе буйындағы Ейск, Кисловодск (Ставрополь крайы) һәм Ырымбур өлкәһенең Тоҙло күле. Башҡортостандың Яҡтыкүле дүртенсе урында тора. Ә Абҙаҡ ял итеү урыны туғыҙынсы урынды биләй.

Рейтингта, шулай уҡ, туристарҙың сығымдары билдәләнә. Сервис мәғлүмәттәре буйынса, Яҡтыкүлдә ял итеү өсөн туристар тәүлегенә 1 620 һум түләйәсәк. Абҙаҡта күпкә ҡыйбатыраҡ- бер кешегә 2 310 һум ҡаралған. Ял итеү Ессентукила - 1 167 һумға төшә, ә иң арзаны- Алтайҙа ял итеү.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ