Владимир Путин: Кем күберәк ала, шул күберәк түләргә тейеш

"Тура бәйләнеш" сиктәрендә Рәсәй Президенты илдә һалымдарҙың күтәрелеүенә аңлатма бирҙе. Төбәк Башлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн ил һалым буйынса яҡынса һигеҙ триллион һум аҡса ҡайтарырға тейеш. Ошо уңайҙан Хөкүмәттә был мәсьәлә буйынса бер нисә фекер тәҡдим ителә.

Владимир Путин билдәләүенсә, илдең бурысы - унда ике тапҡырҡа ярлылыҡты кәметеү. Шуға күрә Рәсәйҙә һалым һалыу системаһы алмашына. Ябай тел менән әйткәндә, киләсәктә һалым түләү гражданиндың эш хаҡына бәйле буласаҡ. Һалым системаһын үҙгәртеү, фәкирлектә йәшәгән граждандарға ярҙам күрһәтеүгә мөмкинлек бирәсәк. Киләсәктә кемдәр юғарыраҡ эш хаҡы аласаҡ, шулар күберәк түләйәсәк.