Владимир Путин Томскиҙан мөрәжәғәт иткән күп балалы әсәнең һорауын асыҡланы

Тура эфирҙа Владимир Путинға социаль селтәр аша Томскиҙан күп балалы әсә Наталья Журова мөрәжәғәт итте. Өс бала әсәһе ғаиләгә ер участкаһын бүлеү һорауын күтәрә. Ҡатын билдәләүенсә, төбәктә был маҡсатта эштәр һүлпән бара.

Күп бала әсәһе белдереүенсә, ул 2010 йылдан алып сиратта тора. Һигеҙ йыл эсендә ул 700-сө урындан бары тик 300-сө урынға ғына шылған. Томскиҙан шылтыратыусы, был мәсьәләне асыҡлауҙы һораны. Урындағы етәкселәр белдереүенсә, сиратһыҙ ерҙе тик дүрт балалы ғаиләләр генә ала, ә өс балалыларға сират көтөргә тура киләсәк.

Владимир Путин билдәләүенсә, ул етәкселәрҙең бындай яуабын аңлап етеңкерәмәй.

Беҙ бындай ғаиләләргә ярҙам итергә тейешбеҙ. Рәсәйҙә ер күп, иң мөһиме-уларҙың инфракструктураға яҡын булыуы. Томск һәм Томск өлкәһе-яҡшы төбәк.

Владимир Путин

Сара сиктәрендә Рәсәй Президенты Томск өлкәһе губернаторы менән бәйләнешкә инде. Губернатор, күп балалы әсә менән шәхси осрашасағын һәм Владаимир Путинға был хәл һөҙөмтәһе буйынса хәбәр итәсәген белдерҙе. Рәсәй Президенты, урындағы етәкселәрҙең күп балалы ғаиләләр менән яҡшыраҡ эшләүен һораны.