Михаил Бабич Башҡортостанда йәшәүсе ике кешегә дәүләт наградалары тапшырҙы

6 июндә Волга буйында йәшәүселәргә дәүләт наградалары тапшырылды. Тантаналы сара Түбәнге Новгородта үтә. Был көндә Башҡортосанда йәшәүселәрҙә наградаға эйә булдылар.

Тәүгеһе- «Востокнефтезаводмонтаж» акционер компанияһы гендиректорының беренсе урынбаҫары Фәнил Таһир улы Хөснөтдинов «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» орденының икенсе дәрәжә миҙалы менән бүләкләнде.Беренсе клиник психиатрия дауаханаһының баш табибы Ринат Ғаян улы Вәлинуровҡа Дуҫлыҡ ордены тапшырылды. Михаил Бабич барыһында наградалар менән ҡотланы һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.