Стәрлетамаҡтың кешеләр күпләп йөрөгән ерендә был осраҡ теркәлә. 26 йәшлек егетте иғтибарлы пассажирҙар абайлап ҡала. Егеттең үлем сәбәптәрен экспертиза билдәләйәсәк.
Уҙған шишәмбе, 5 июндә, Стәрлетамаҡтың туҡталыштарының береһендә йәш егет табыла. Кешеләр медицина ярҙамы саҡыра, әммә егеттең ғүмерен һаҡлап алып ҡала алмайҙар.
Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.




