Быға тиклем ул граждандарҙың барлыҡ мөрәжәғәттәренә үҙе яуап биреп килә ине. Быйыл ил етәксеһе тәғәйен һорау, мөрәжәғәт йәки ялыуҙарҙы тура-бәйләнеш ярҙамында министрҙар, төбәк башлыҡтары, чиновниктарға ла күсерҙе.
Мәҫәлән, яғыулыҡтың ҡиммәтләнеү сәсәбен Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козакка аңлатырға тура килде. Вице-премьер әйтеүенсә, ошо көндәрҙә нефть компаниялары менән һөйләшеүҙәр үткәрелгән. Һөҙөмтәлә бензинға хаҡты башҡа арттырмаҫҡа ҡарар ителгән. Рәсәй Президентына торлаҡ төҙөлөшөндә алданған өлөшсөләргә ярҙам итеү һәм ипотеканы кәметеү буйынса һорау ҙа бирелде.
Владимир Путин әйтеүенсә, Хөкүмәт алдында ҡуйылған төп бурыстарҙы береһе - ул ипотека ставкаһын 7 процентҡаса кәметеү. Шулай уҡ ил етәксеһе өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ипотека буйынса социаль программа ярҙамын киңәйтергә вәғәҙәләне.
"Тура бәйләнеш" дүрт сәғәт ярым самаһы дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә дәүләт башлығы 80-гә яҡын һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Мөрәжәғәттәрҙән күренеүенсә, халыҡты һаман да Рәсәйҙең иҡтисади хәле, пенсия йәшен арттырырыу, юлдарҙы төҙөкләндереү, ауыл хужалығы, яман шешкә ҡаршы көрәш, тышҡы сәйәсәт кеүек бик күп мәсьәләләр борсой. Шулай уҡ Алыҫ Көнсығыш гектары программаһы үтәлеше, күп балалы ғаиләләрҙе ер участкалары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән һорауҙар ҙа яңғыраны.




