Бөгөн Өфө мәшғүллек үҙәгендә йәштәр өсөн тәғәйенләнгән вакансиялар йәрминкәһе уҙҙы. Унда утыҙҙан ашыу хеҙмәт биреүсе ҡатнашты, ә эш эҙләп килеүселәр башлыса мәктәп балалары ине. Әле баш ҡалала ниндәй эшселәр талап ителә?
Йәйге каникул башланыуына ҡарамаҫтан, Рауил тиҫтерҙәре кеүек лагерға ял итергә түгел, мәшғүллек үҙәгенә килгән. Теләге - телевизорға тоташтыра торған уйын приставкаһы һатып алыу. 23 мең һум торған техник ҡоролманы ул үҙе аҡса эшләп һатып алырға ниәтләгән.
Ә анкета тултырыусы ҡыҙҙар айфон тураһында хыяллана. Йәйге каникул ваҡытында, ирекле график менән эшләп алырға уйҙары бар.
Өфө мәшғүллек үҙәгендә айҙың һәр тәүге аҙнаһындә йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа һәм тап мәктәп уҡыусылары, студенттарға хеҙмәт урыны табыу ихтималлығы бар. Эш биреүселәрҙән талаптар ҡаты түгел. Яҡутов паркында урынлашҡан киоскыла туңдырма һатып айына 13-18 мең һум аҡса эшләргә мөмкин.
Мәшғүллек үҙәгендәге йәрминкәлә ҙур ойошмалар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа бар ине. Уларҙың яртыһы ғына йәштәргә хеҙмәт урыны тәҡдим итә. Ә 14 йәштән бер генә ойошмаға урынлашырға мөмкин - интервью алыусы, анкета тултырыусы вакансияһына. Заказ буйынса һорау алыу үткәреп йөрөүсегә бер анкета өсөн 300 - 500 һум түләнә.
Үҫмерҙәрҙе хеҙмәт биреүселәр ҙур теләк менән алып бармай. Сөнки айырым шарттар булдырыу талап ителә. Өс сәғәтлек эш графигы, имзаны ата-әсәһе ҡуйырға тейеш, һәм башҡалар.
Мәктәпт тамамлаусылар иһә заводҡа бара ала. Өфө тимер-бетон заводына төрлө һөнәрҙәргә эшселәр талап ителә. Хеҙмәт үҙенсәлектәренә өйрәтеү завод иҫәбенә башҡарыла.
Оҡшаған эш табыу өсөн әңгәмәләшә белеү, документтарҙы дөрөҫ тултырыу һәм башҡа сифаттар ҙа мөһим. Йәрминкә ваҡытында тап ошондай тәү ҡарамаҡҡа ябай, әммә кәрәкле нескәлектәргә өйрәтеүсе оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола.




