Башҡортостан стандартлаштырыу һәм метрология дәүләт үҙәге "Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ тауары" конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһаны. Программа илебеҙҙә 21 йыл эсендә тормошҡа ашырылып килә. Ике тиҫтә йыл дауамында республика предприятиелары 3 мең ярымдан ашыу тауар төрҙәре һәм хеҙмәтте конкурсҡа тәҡдим иткән.
"Башҡортостандың иң яҡшы йөҙ тауары" номинацияһында танылыу алған предприятелар артабан үҙ көсөн тотош ил күләмендә һынай ала. Башҡортостандан 500-ҙән ашыу предприятие төбәк этабында уңыш ҡаҙанған.
Конкурс биш номинация буйынса үткәрелә: производство-техник тәғәйенләнештәге продукция, халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары, аҙыҡ-түлек, хеҙмәттәр күрһәтеү, етештереү-техник тәғәйенләнештәге хеҙмәттәр. Тауарҙарҙың сифаты, хәүефһеҙлек нормаларына яуап биреүе һәм баҙарҙа һорау менән ҡулланыуы төп талаптар. Иң яҡшы тауар етештереүсе 65 предприятие араһында Өфө лимонарийы ла бар.




