Өфөлә, бөтә донъя офтальмологтары ҡатнашлығында, “Көнсығыштан-Көнбайышҡа” исемле халыҡ-ара форум үтте. 9-сы тапҡыр ойошторолған абруйлы сарала быйыл Һиндостан, Төркиә, Великобритания, Сингапур, Германия һәм башҡа дәүләттәрҙән табиптар ҡатнаша. Халыҡ-ара форумда ҡатнашыусыларға Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының операция залынан тура трансляция ла ойошторола. Быйыл офтальмологтар катаракта менән көрәштең яңы алымдарын ҡарай.
Күҙгә операция яһау табиптан юғары оҫталыҡ, ювелирҙарса нескәлек һәм ныҡлы иғтибар талап итә. Яңылыш ҡына бер хәрәкәт тә төҙәтә алмаҫлыҡ хатаға килтереүе мөмкин. Шуға күрә офтальмологтар ябай тип һаналған катаракта сиренә лә бик яуаплы ҡарай. Элек был диагноз менән операция күҙ һуҡырая башлағас ҡына яһалһа, хәҙер ваҡытты һуҙмайҙар.
Медицина бер урында тормай, халыҡ-ара форум сиктәрендә катарактаны дауалау буйынса яңы алымдар күрһәтелә. Операция тәжрибә уртаҡлашыу форматында бара, берҙән уны төрлө төбәктәрҙән килгән табиптар бергә яһай, икенсенән форум залына тура трансляция ойошторола.
Һуҡырая башлаған күҙ яҫмығын яһалма линзаға алмаштырыу алымы күптән ҡулланыла, йәғни ғәҙәти операция. Әммә бөгөнгөһө элеккеләрҙән ҡырҡа айырыла, был юлы тәүге тапҡыр өс үлсәмле, өс фокуслы линза ҡулланыла. Табиптар әйтеүенсә, был операциянан һуң күҙлекте бөтөнләй тотонмаҫҡа мөмкин. Әүәлге операцияларҙан ҙуң пациентар 60 сантиметрҙан бер метрға тиклем арауыҡты насар күрә ине.
Яңы линзаларҙан тыш, форум сиктәрендә лазер технологияларының мөмкинлектәре лә күрһәтелә. Мәҫәлән, смайл алымы. Ул күреү һәләтен тергеҙеү өсөн ҡулланыла. Ябай лазер операцияһынан һуң йөйҙәр ҡалһа, был ысул күҙ мөгөҙсәһененең эске ҡатламына үтеп дауалау мөмкинлеге бирә. Реабилитиация осоро ҡыҫҡара, һөҙөмтә лә күпкә юғары. Сит ил ҡунаҡтары әйтеүенсә, Өфө форумы эшлекле шарттарҙа үтеүе, яңылыҡтарға бай булыуы менән айырылып тора. Ә медицина өсөн был бик мөһим, үҙ ҡаҙаныңда ҡайнарға, бер урында тапанырға ярамай. Яңы технологияларҙы үҙләштереү, иң алдынғы эш тәжрибәләре менән танышыу мотлаҡ.
Быйылғы форумда Төркиәнән абруйлы делегация ҡатнаша, тиҫтәнән ашыу ғалим үҙҙәренең фәнни тикшеренеү һөҙөмтәләре менән таныштыра. Был дәүләт офтальмологтарының дауалау алымдары донъяуи кимәлдә танылыу тапҡан һәм иң алдынғыларҙан иҫәпләнә. Форумда ошондай бик күп технологиялар менән танышырға мөмкин. Табиптар әйтеүенсә, әгәр кешегә донъяны бар матурлығында күреү, үҙеңде яңы тыуғандай итеп хис итеү мөмкинлеге бар икән, уны файҙаланырға кәрәк.




