Республикалағы иң боронғо мәсет биналарының береһе Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында урынлашҡан. Совет осоронда ауыл халҡы тарафынан һаҡлап алып ҡалынған тарихи йортҡа нигеҙ һалыныуға 200 йылдан ашыу. Әлеге ваҡытта мәсеттә төҙөкләндереү эштәре бара.
Түбәнге Яйыҡбай ауылы үҙе лә тарихи яҡтан бик әһәмиәтле ауыл. Унда республикала бик боронғо мәсеттәрҙен береһе һаҡланған.Белгестәр билдәләүенсә, сама менән был бинаға 200 йылдан ашыу.Ул хатта заман һынауҙарына ла бирешмәгән. Оло быуын кешеләренең һөйләүҙәренә ҡарағанда, был ике манаралы боронғо мәсет XIX быуат башында төҙөлгән һәм 1988 йылдың октябрендә мәҙәни-тарихи ҡомартҡы итеп һаҡлауға алынған. Акһаҡалдар әйтеүенсә, мәсет ваҡытында бик ҙур булған, ул ваҡытта Түбәнге Яйыҡбай ауылы ла бик етеш, ҙур ауылдар һаналған .
Совет йылдары осоронда мәсетте клубҡа әйләндерергә уйлайҙар , тик ауыл халҡы бындай юлға ирек бирмәй. Изге йортто яҡлаусы кешеләр бик күп булғанлыктан ул беҙҙен көндәргә тиклем һаҡланып ҡалғандыр фараз бар. Әле республиканын архитектура биналарын һаҡлау буйынса идаралык белгестәре ярҙамында мәсеттә ҡайтанан төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Был изге эштен рамаҙан айында башланыуы ла бик сауаплы.
Рухи ҡомартҡылар ғына түгел, матди ҡомартҡылар ҙа ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки улар халҡыбыҙ тарихының бер өлөшө. Шуға күрә, уларҙы архитектура һәйкәле булараҡ һаҡлау, юғалып барғандарын аяҡҡа баҫтырыу һәр кемден бурысылыр.




