Өфөлә «Башҡортостандың иң яҡшы тауары» конкурсына йомғаҡ яһанылар

Урындағы етештереүселәр өсөн ярыш егерме тапҡыр уҙғарыла. Еңеүсене билдәләгәндә бар нәмә иҫәпкә алына: сифаты ла, хәүефһеҙлеге лә, талаптарға тура килеүе лә. Ҡатнашыусылар үҙ көстәрен биш номинацияла һынаны. Тауарҙар сәнәғәт-техник ҡулланылыштағы продукция, сәнәғәт һәм хужалыҡ, халыҡ өсөн һәм сәнәғәт-техник өлкәлә хеҙмәт күрһәтеү өлкәләрендә билдәләнде.

Еңеүселәр барыһына ла билдәле «Башҡортостандың иң яҡшы тауары» логотипы аҫтында сығыш яһаясаҡ һәм федераль этапҡа юллама алды. Бындай конкурстар етештереүселәр араһында көнәркәшлек тыуҙыра һәм тауарҙы тағы ла сифатлыраҡ сығарырға этәргес көс бирә, тип билдәләй ойоштороусолар.