Башҡортостанда дүрт меңдән ашыу кешегә талпан ҡаҙалған

Төбәктең Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса идаралыҡ мәғлүмәттәре буйынса, республикала бер аҙна эсендә 689 кешегә талпан ҡаҙалған.

МИҙгел башынан алып, Башҡортостанда 4368 кеше дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда, ун өс процетҡа әҙерәк. Бөгөнгө көнгә инфекциялы талпан боррелиозы һәм вируслы энцефалит осрағы теркәлмәгән.