"Һоҡланыу" сәләмәтлек үҙәге клиенттары ризаһыҙлыҡ белдерә

Улар күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн тағылған проценттарҙы түләүҙән баш тарта. Салонда эшләүсе менеджерҙар үҙ клиенттарын бушлай консультация үтергә саҡыра. Ә ысынында иһә, күп ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән кредит һаҙлығына бата.

Фото №1 - "Һоҡланыу" сәләмәтлек үҙәге клиенттары ризаһыҙлыҡ белдерә

Фәриха Мансур ҡыҙына 67 йәш. Уның телефонын таныштары аша алып, ай дауамында был үҙәккә бушлай консультация үтергә саҡыралар. Өлкән йәштәге ике танышының матурлыҡ салондары тарафынан алданыуын хаҡында хәбәрҙар булһа ла, бушлай консультация үтер өсөн килергә була. Уның ҡул быуындары, аяҡтары һыҙлаған, биле ауыртҡан. Һигеҙ мең һум пенсияға йәшәгән өсөнсө төркөм инвалиды юғары процентлы, 79 мең һумлыҡ кредит ҡапҡанына баҫырмын, тип башына ла индермәгән.

Шылтыраталар ҙа шылтыраталар. Бынан алда Менделлев урамындағы салондан шылтыраталар ине, әммә унда ике әбейҙең етмеш меңгә алданғанын белә инем. Бында ла килгәс әйттем: ике әбейҙе алдағандар, һеҙ мине алдап ҡуймағыҙ, тип.

Фәриха Маликова, зыян күреүсе

Фәриха Мансур ҡыҙы өйгә ҡайтҡас ҡына, салонда сәй эскәндән, башына массаж ҡалпағы кейҙергәндән һуң үҙенең бер төргәк ҡағыҙҙарға ҡултамға ҡуйыуын аңлай. Ҡағыҙҙар бушлай хеҙмәт күрһәтеү хаҡында килешеү түгел, ә күрһәтелгән хеҙмәттәргә банктан алған кредит килешеүе булып сыға. Улар иртәгәһенә кесе ҡыҙы Гөлназ менән банк менән кредит килешеүен ғәмәлдән сығарыуҙарын үтенеп, ғәҙеллек юллай. Әммә әлегә һөҙөмтәһеҙ.

Көнө буйына бында йөрөнөм, һораштым. Улар миңә: һеҙ инде ҡултамға ҡуйғанһығыҙ, Октябрь проспекты 7 адресы буйынса барығыҙ, тинеләр. Ике сәғәт буйына шунда барып әйтелгән банкты эҙләп йөрөнөк, әммә таба алманыҡ.

Гөлназ Нурғәлина

Архангел районынан Любовь Павлова өсөн дә был үҙәк менән бәйләнеү - шатлыҡ килтермәй, баш бәләһенә әүерелә. Өлкән йәштәге ханым дауалау процедураларына үҙ ваҡытында йөрөй алмай. Бер тапҡыр бушлай консультация алырға килеү, уға ла көс етмәҫлек матди ауырлыҡтар тыуҙырған.

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте идаралығында, был үҙәккә тиҫтәләп ялыу ҡабул иткәндәрен хаҡында белдерҙеләр. Ғаризаларҙың йөкмәткеһе бер иш: клиенттар медицина үҙәге менән килешеүҙе ғәмәлдән сығара алмай. Әммә инстанцияға мөрәжәғәт иткәндән һуң ғына хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә.

(ц:Гөлнара Корнеева, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын

күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе урынбаҫары) Йыл башынан беҙҙең идаралыҡҡа был салондың эшмәкәрлегенә ризаһыҙлыҡ белдергән 16 ялыу ҡабул ителде. Уларҙың ун икеһенә тикшереү үткәрелде, һөҙөмтәлә бәхәс хәл ителде. Аҡсалар ҡайтарылды, әммә күрһәтелгән хеҙмәттәргә прейскурант буйынса түләтелде. Килешеү ғәмәлдән сығарылды.

Хоҡуҡ белгестәре кредит килешеүен дә өҙөргә мөмкин тип ышандыра. Уның өсөн полиция органдарына мөрәжәғәт итерә кәрәк.

Был осраҡта финанс хеҙмәте менән ҡулланыусы килешеү төҙөгәндә уның мәғәнәһен аңламай эш иткән. Был килешеүҙе ғәмәлдән сығарыу өсөн төп сәбәп булып тора.

Валерий Шәрипов, Башҡортостандың финанс омбудсмены
Башбат

Телефондан яғымлы һүҙҙәр менән бушлай консультация вәғәҙә итеүсе менеджерҙар тоҙағына ҡағиҙә булараҡ, өлкән йәштәге хаҡлы ялдағы ханымдар эләгә. Шуға ла был ишектәрҙе асып инерҙән алда, сығыуыңды ла уйларға кәрәк. Юғиһә, көсләп тағылған кредит килешеүен суд аша ғына ғәмәлдән сығарырға тура киләсәк.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ