Башҡорт дәүләт аграр университетында ошо исем аҫтында кәңәшмә үтте. Унда республиканың үҫемлекселек, малсылыҡ йүнәлеше буйынса һорауҙар ҡуҙғатылды. Республикала биояғыулыҡҡа күсеү өсөн мөмкинлектәр, ауыл хужалығы эшмәкәрлегендә электрон алымдар ҡулланыу буйынса белгестәр ниндәй фекерҙә?
Студенттар махсус ҡоролма ярҙамында дизель яғыулығы, бензин, майҙарҙың сифатын тикшерә. Бының өсөн улар өлгө алып, приборҙың ҡумтаһына ҡуя, анализ үткәрелгәндән һуң, яғыулыҡ күрһәткестәре ҡағыҙға баҫылып сыға.
Билдәле булыуынса, техника торошона тап яғыулыҡтың сифаты йоғонто яһай, шунлыҡтан лабораторияға дүрт миҙгел рәттән, яҙғы сәсеү эштәре алдынан бихисап ауыл хужалығы предприятиелары мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә техникалар сафтан сыҡмаған.
Ә күрше лабораторияла дизель яғыулығы урынына - рапс майы һығалар. Уны 80-90 градусҡа тиклем йылытып, дизель двигателендә яғалар. Лаборатория белгестәре әйтеүенсә, биояғыулыҡ ауыл хужалығы фермерҙарына үҙҙәре үҫтергән уңышты файҙалы ҡулланыу мөмкинлеге.
Баҫыуҙарҙа нисә гектар майҙан ниндәй тиҙлектә эшкәртелеүе, уның өсөн күпме яғыулыҡ сарыф ителгәнен бер нисә йыл рәттән киң ҡулланылған - спутниктан күҙәтеү системаһы аша белергә мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, был хеҙмәткәрҙәрҙе контролдә тоторға булышлыҡ итә.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы шулай уҡ параллель идара итеү системаһын индереү бурысын ҡуя. Был яңы алымды ГЛОНАСС менән йыһазланыдырыуҙың киләһе этабы тип әйтергә мөмкин. Спутник навигацияһы приборҙарынан торған технологик комплекс техниканы тейешле йүнәлештә хәрәкәт иттерә. Был ерҙе ҡабаттан эшкәртеп, яғыулыҡты бушҡа сарыф итмәү мөмкинлеген бирә.
Рәсәй ғалимдары ҡатнашлығында уҙған кәңәшмә яңы проекттарҙың тормошҡа ашыуына булышлыҡ итер, тип көтөлә. Был үҙ сиратында, республика ауыл хужалығы үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, шулай уҡ студенттарға юғары уҡыу йортонда алған белемде практик яҡтан нығытыу мөмкинлеген бирә.




