Бөгөн Совет районы хакимиәте торлаҡ-коммуналь хужалығында, ҡаланы төҙөкләндереү өлкәһендә эшләүселәргә рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары тапшырҙы.
Улар араһында юл һалыусылар, водителдәр, хисапсылар, йөк тейәүселәр бар. Ә Нәбиевтар ғаиләһенә ҡала үҙәгенән ике бүлмәле фатир асҡысы бүләк ителде. Вилмир Нәбиев 8 йыл дауамында водитель булып эшләй. Өс бала тәрбиәләүсе ғаилә Ҡариҙел районынан күсеп килгән һәм ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән.




