Иртәгә Өфөнәң ҡайһы-бер урамдарында өлөшләтә транспорт хәрәкәте сикләнә

Атап әйткәндә, көндөҙгө сәғәт икенән киске сәғәт алтыға тиклем Совет - Октябрь Революцияһы урамдары киҫелешенән Зәки Вәлиди урамына тиклем; Театр - Пушкин урамдарынан Зәки Вәлидигә ҡәҙәр; Пушкин - Карл Маркс урамдары киҫелешенән Цюрупа арауығына; Зәки Вәлиди - Совет урамдары киҫелешенән Мәжит Ғафури урамы киҫелешенә тиклем юлдар ябыла.

Фото №1 - Иртәгә Өфөнәң ҡайһы-бер урамдарында өлөшләтә транспорт хәрәкәте сикләнә

Шулай уҡ йәмәғәт транспорты хәрәкәтенә лә үҙгәрештәр индерелә. Юлдарҙың ябылыуын иҫәпкә алып, водителдәргә маршруттарын алдан билдәләргә кәңәш ителә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, шәмбе 9 июнь ил буйынса ҡыҫҡартылған эш көнө һанала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ