Һабантуй мозайкаһы нурҙары

Силәбе ҡалаһының Александр Пушкин исемендәге баҡсала 14-се тапҡыр мәҙәни-спорт фестивале үтте. Күңелле сара Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре балалары өсөн уҙғарылды.

Уҡыусыларҙың йәйге каникулдары башланыуға арналған байрамға йыл һайын урындағы башҡорт ойошмалары ла әүҙем ҡушыла. Сағыу фестивалгә мәктәп уҡыусылары, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, йәмәғәтселек берләшмәләре һәм милли-мәҙәни үҙәктәрҙең йәш вәкилдәре саҡырылды.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай саралар балаларҙы берләштереп кенә ҡалмай, бер үк ваҡытта Көньяҡ Уралды төйәк иткән төрлө халыҡтарҙың милли йоларары менән дә таныштыра, уларҙың күңелендә тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа ыңғай мөнәсәбәт тыуҙыра. Был йәһәттән ижади коллективтарҙың сығыштары фестивалде сағыу төҫтәр менән буяны, ә был ваҡытта төрлө майҙандарҙа милли көрәш, уҡтан атыу, бағанаға үрмәләү кеүек күп төрлө ярыштар ойошторолдо. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр һәм башҡорт милли ризыҡтары алып ҡыуанды.

Автор: Илдар Байбулатов.