Башҡортостанда байрамдар сәбәпле электричкаларҙың хәрәкәт итеү теҙмәһе үҙгәрә

Байрам алдынан «Башкортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» электричкаларҙың хәрәкәт итеүенең үҙгәреүе хаҡында белдереҙе. Теҙмәнең үҙгәреүе һигеҙенсе июндән башлана.

Шулай итеп, 8 июндә ҡала яны поездары кесе йоманың эш графигы буйынса хәрәкәт итәсәк, ә 9 июндә-йома көнөнөң графигына тура киләсәк. 10 һәм 11 июндә- шәмбе, 12 июндә- йәкшәмбе графигы менән йөрөйәсәктәр. 13 июндә поездар дүшәмбе көнөнөң теҙмәһе буйынса хәрәкәт итәсәк.

Урында йәшәүселәр былл үҙгәрештәргә иғтибар итһендәр ине.