Хәрәкәт итеүҙе тыйыу ремонт эштәренә бәйле. Шулай итеп, 8 июндән 8:00 сәғәттән алып 9 июндең 05:00 сәғәтенә тиклем юл ябыла. Шулай уҡ, ике троллейбустың маршруты ла үҙгәрәсәк.
Ремонт эштәре Цюрупа урамынан Минһажев урамы биләмәләрендә башҡарыласаҡ. «Үҙәк баҙар» сауҙа үҙәгенә ҡулса хәрәкәте транспорттар өсөн асыҡ ҡаласаҡ. Маршрут автобустар был участканы Минһажев һәм Революция урамадары аша урап үтәсәк.
№1 һәм №21 троллейбустар хәрәкәте ябыласаҡ. Урында йәшәүселәргә үҙ маршруттарын алдан хәстәрләп, юлға сығыуҙары кәңәш ителә.
Фото: Интернет




