Республикала бөгөн иртәнсәк һауа температураһы нуль градустан түбән төштө

Йома, 8 июндә,республикала иртәнге сәғәттәрҙә һауа температураһы нуль градустан түбән төштө. Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итеүенсә, Балаҡатай районының Емаш ауылы янындағы метеостанцияла бер градус һыуыҡ билдәләнгән.

Фото №1 - Республикала бөгөн иртәнсәк һауа температураһы нуль градустан түбән төштө

Әле башҡалала һауа температураһы 12 градус йылы. Көндөҙ 16 градусҡаса күтәреләсәк.

Иртәгә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуып үтәсәк. Һауа температураһы көндөҙ 21 градус йылы, төндә + 7 градус көтөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ