Республикала ауыл хужалығы предприятиеларында картуф үҫтереү майҙаны 2 000 гектарҙы биләй. Әле картуф ултырыту эштәре дауам итә. Пландың күп өлөшө башҡарылған да инде.
Хәбәр итеүҙәренсә, 7 июнгә 2 мең 76 гектар майҙанда картуф ултырған. Был пландың 88% тәшкил итә. Картуф ултыртыу менән барлығы 40 район хужалығы шөғөлләнә. Уларҙың 24 хужалығы был эште тамамлаған.
Шулай уҡ, картуф ултыртылған ҙур майҙанлы биләмәләр асыҡланды. Өфө районында- 433 гектарҙа, Стәрлетамаҡ районында– 265, ә Учалыла – 177га майҙанда картуф ултыртылған.
Фото: Интернет




