Ике кешене йорттан сығарыу буйынса ҡарар ҡабул ителә. Ҡатын һәм уның ире, туғанын йортонда йәшәгән була. Ә был йортто, вафат булған туғаны ейәненә васыят итеп ҡалдыра.
Республиканың Федераль Суд приставтары хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡытта йәш егет әрме сафында хеҙмәт итә һәм васыят хоҡуҡтарына инә алмай. Әрменән ҡайтҡас, егет судҡа мөрәжәғәт итә, сөнки ҡатын менән ир йортто үҙ иркеләре менән бушатырға теләмәй. Суд приставтары, йортто үҙ теләктәре менән бушатмаған осраҡта, ғаиләгә штраф янауы һәм йорттан көсләп сығарыуҙары хаҡында иҫкәртәләр.
Шунда ғына, туғандары үҙ фатирҙарына ҡайта. Йәш егеттең хоҡуҡтары тергеҙелә.




