Иртәгә, 9 июндә, республикала эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Был хаҡта Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итә. Ведомтсвола иҫкәртеүҙәренсә, эш графигының үҙгәреүе Рәсәй көнө байрамына бәйле.
Шәмбе, 9 июнь, быйыл эш көнөнә тура килә. Ә дүшәмбе, 11 июнь, ял көнө. Шулай уҡ байрам көнө тип 15 июнь - Ураҙа-байрамы иҫәпләнә. Шуға күрә, 9 һәм 14 июнь көндәре эш графигы бер сәғәткә ҡыҫҡарасаҡ.




