Өфөлә комбинаттың хеҙмәт хаҡы буйынса хеҙмәткәрҙәренә 4 млн һум бурысы йыйылған

Прокуратура хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт хаҡы түләргә талап итә. Ойошманы тикшереү барышында, февраль айына хеҙмәт хаҡы түләнмәүе асыҡлана.

Фото №1 - Өфөлә комбинаттың хеҙмәт хаҡы буйынса хеҙмәткәрҙәренә 4 млн һум бурысы йыйылған

Хәбәр итеүҙәренсә, февраль айы өсөн 356 хеҙмәткәр эш хаҡы алмаған. Ойошмаға ҡарата административ эш ҡуҙғатыла. Һөҙөмтәлә, ойошмаға 30 000 һум күләмендә штраф һалына.

Хеҙмәткәрҙәргә ваҡытһыҙ түләү өсөн компенсация һәм эш хаҡы түләнәсәк.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ