Краснокама районында Екатеринбург ҡалаһынан браконьерҙарға хөкөм сығарылды. Улар законһыҙ рәүештә балыҡ һәм ҡыҫала тотоу менән шөғөлләнә. Ғәйепләнеүселәр шартлы рәүештә хөкөм ителәләр.
Республика Прокуратураһы хәбәр итеү-енсә, ғәйепләнеүселәр ау ҡуллана. Улар йылғанан 46 мең һумға торошло 1000 ҡыҫала тота. Шулай уҡ, 85 530 мең һумлыҡ балыҡ алына. Тикшереү барышында ғәйепләнеүселәр 43 мең һум күләмендә зыянды ҡаплай.
Суд 2 һәм 1,6 йылға шартлы рәүештә иректән мәхрүм итте. Ҡулға алыныусыларҙың, шулай уҡ, кәмәләрен һәм ауҙарын тартып алалар. Был әйберҙәр дәүләткә тапшырыласаҡ.
Фото: Интернет




