Башҡортостанда кредит менеджеры ялған рәүештә 880 мең һумлыҡ займдар бирә

Асҡын районында элекке кредит менеджерын хөкөм итәләр. Ул мутлашыуҙа ғәйепләнә.2015 йылда ҡатын фирманың элекке клиенттарына ялған займдар бирә.

Фото №1 - Башҡортостанда кредит менеджеры ялған рәүештә 880 мең һумлыҡ займдар бирә

Уларҙың мәғлүмәттәре ойошма базаһында һаҡланып ҡала. Граждандарҙың ҡултамғаһын ялған рәүештә ҡуйып, егерме килешеүгә ҡул ҡуя һәм бер миллион һумдан ашыу аҡса ала. Енәйәт эҙен юйыу маҡсатында йөҙ мең һумдан ашыу аҡсаны, бурысты түләгән кеүек, кире ҡайтара.

Ойошма, граждандарҙың ялыуы буйынса, тикшереү уҙғара һәм енәйәт эшенә юлыға. Суд тарафынан ғәйепләнеүсегә 400 мең һум күләмендә штраф һалына. Шулай уҡ, ойошмаға килтергән зыян күләмен ҡапларға бурыслы.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ